Тәрбиәсе- Дәуләткильдина Гөлсәриә Хәләфитдин ҡыҙы
Воспитатель-Давлеткильдина Гульсария Халафитдиновна

Тәрбиәсе- Дәуләткильдина Гөлсәриә Хәләфитдин ҡыҙы
Воспитатель-Давлеткильдина Гульсария Халафитдиновна

Меню

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле педагогтар, ата-әсәләр, балалар һәм сайт ҡунаҡтары! Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. 

Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!

Ҙур бәхет - бөтә ғүмереңде

Йәш быуынға биреү,бағышлау,

Илең- халҡың менән бергә атлау,

Тормош ағышынан ҡалышмау.

Илгә лайыҡ улдар,ҡыҙҙар

Тәрбиәләү ниндәй ҡыуаныс!

Тәрбиәсе өсөн бынан да

Бармы икән оло йыуаныс?!


  

Хәуефһеҙлек аҙналығы

  Хәүефһеҙлек аҙналығы***
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ һәм балаларҙы ла өйрәтәйек  

Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамы!

  Бөгөн беҙҙә байрам, байрамдың да ниндәйе һуң әле...

Яҙҙың ҡайнар һулышынан  бөтә тәбиғәт уянғанда, ойоп ятҡан  йөрәктәребеҙҙе елкендереп яҙ килгәндә беҙ , «Миләш» балалар баҡсаһы ,ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләр өсөн “Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана”  исемле ял кисәһенә йыйылдыҡ.
Һалҡын ҡыштан һуң йылы, наҙлы ҡояшлы март айы күңелдәрҙе иркәләп, тормошобоҙға йәм өҫтәп ебәргәндәй булды. Ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлапта үҙҙәренең мөләйемлеге, ихласлығы м/н яҙ ҡояшындай.

Бөтәгеҙҙе лә иң матур, яҡты байрамдарҙың береһе -Халыҡ -ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Матур байрам өсөн әсәй-апай, ҡәртәсәй-өләсәйҙәргә РӘХМӘТ🙏
🏵️🕊️🌼🏵️🌼🕊️🌸🌺🌸🌺🕊️  

"Ижади майҙан" 

  Бөрйән районында уҙғарылған «Ижади майҙан» проектынан куренештәр.
Алла бирһә ошондай рухлы осрашыуҙар булып торһон!  

Милли кейем көнө

  15 апрель - Милли кейем көнө!

Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы. Һуңғы йылдарҙа республикала милли йолалар, төрлө конкурстар ярҙамында кейемдәрҙе тергеҙеү эше йәнләнә.

Башҡортостанда йыл һайын апрелдә һәм сентябрҙә милли кейем көнө билдәләнә.  

#Деньнациональногокостюма

Эколята

  "Эколята -тәбиғәт һаҡсылары" Бөтә Рәсәй конкурсының муниципаль кимәлдә үткән турына беҙҙең "Миләш" балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡушылды.
Тәбиғәт -ул беҙҙең һауабыҙ, һыуыбыҙ, икмәгебеҙ, өйөбөҙ. Күҙ ҡараһылай һаҡларға, ҡурсаларға кәрәклеген балалар яҡшы аңлай.
Баҡсабыҙҙа кескәйҙәргә экологик тәрбиә биреү, тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү һәм уның байлығына һаҡсыл ҡараш, миһырбанлы, ярҙамсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү тәүмаҡсат булып тора.  

Еңеу көнө

Бөйөк еңеүҙең 77 яҙы. Байрам менән!
Бөйөк еңеүҙең 77 яҙы. Байрам менән!

  Бөйөк еңеүҙең 77 яҙы.
Байрам менән!  

Ватанды һаҡлаусылар көнө

  Малайҙар! Көслө булып үҫеп, Ватанды һаҡларға әҙерһегеҙме? “Эйе!” – тиерһегеҙ, моғайын.

Тыуған илеңде яҡларлыҡ егеткә әйләнер өсөн атай-әсәйеңде, туғандарыңды, илеңде, милләтеңде яратырға, тырыш, эшһөйәр, маҡсатлы булырға кәрәк. Тап шундай кеше генә тыныслыҡ һағына баҫа алыр.
Ата-бабабыҙ борон-борондан көслө булған, тыуған ерен берәүгә лә бирмәгән. Башҡорт халыҡ әкиәттәре, риүәйәттәре лә ҡурҡыу белмәҫ, илһөйәр ҡаһармандарҙы данлай.
“Мин батыр булып үҫәм!” – ти "Миләш" балалар баҡсаһындағы кескәйҙәр.
Һалдат бүркендә тағы ла бер башҡа үҫеп киткәндәй тойоп, ысын һалдаттай хис итте улар үҙҙәрен.

История мужского праздника начинается в 1918 году. В те непростые времена в молодом социалистическом государстве возникла острая необходимость в военной армии, тогда же Красная армия смогла добиться первых побед. Изначально в стране отмечали годовщины рождения Красной Армии, затем праздник стали называть Днем Красной Армии, а с 1946, по Указу Сталина, 23 февраля превратился в День Советской Армии и Военно-Морского Флота.

В Российской Федерации в 1995 году вышло постановление об учреждении 23 февраля праздника с новым названием. Официально оно звучало так: День победы Красной Армии над кайзеровскими войсками Германии в 1918 году — День защитника Отечества. Современный День защитника Отечества появился в 2002 году.   

Юлдарҙағы хәуефһеҙлек аҙналығы

  Юлдарҙа хәуефһеҙлек ҡағиҙәләрен дөрөҫ ҡулланыу , балаларҙың юлдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәт итеуе - төп маҡсаты булып тора бөгөнгө сараның.
Балалар һаулығы - беҙҙең ҡулдарҙа  

Норматив-хоҡуҡи база

  Балалар ниндәй хоҡуҡҡа эйә?Тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә бала хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы мәсьәлә 1924 йылда Милләттәр лигаһы тарафынан ҡабул ителгән Женева бала хоҡуҡтары декларацияһында күтәрелә. Әммә Икенсе бөтә донъя һуғышы уны тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. 1945 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм уның Балалар фонды төҙөлөп, 1948 йылда Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителгәс кенә бала хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһен маҡсатҡа ярашлы хәл итеү мөмкинлеге тыуа.  


Тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә бала хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы мәсьәлә 1924 йылда Милләттәр лигаһы тарафынан ҡабул ителгән Женева бала хоҡуҡтары декларацияһында күтәрелә. Әммә Икенсе бөтә донъя һуғышы уны тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. 1945 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм уның Балалар фонды төҙөлөп, 1948 йылда Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителгәс кенә бала хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһен маҡсатҡа ярашлы хәл итеү мөмкинлеге тыуа.
1959 йылдың 20 ноябрендә БМО-ның Генераль ассамблеяһы бала хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итә. 1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән милләттәр Ойошма­һының Бала хоҡуҡтары тураһында Конвен­цияһы ҡабул ителә. Был документ ҙур әһәмиәткә эйә. Ул – бала хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу гарантияларын юридик яҡтан нығытыусы тәүге халыҡ-ара хоҡуҡи акт.
Конвенцияға ярашлы, һәр бала үҙ-үҙе булып ҡалырға хоҡуҡлы. Бының төп билдәләре – исем, фамилия, гражданлыҡ, ғаилә мөнәсәбәттәре. Балаға исем ата-әсәһенең килешеүе буйынса бирелә. Фамилия ла ата-әсәһенән күсә. Ата-әсә балаға 16 йәш тулған­ға тиклем генә уның исемен һәм фамилияһын үҙгәртергә хоҡуҡлы.

Баланың ғаиләлә тәрбиәләнеү хоҡуғы

Иң мөһим бала хоҡуҡтарының береһе – уның ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғы. Был хоҡуҡ балаға ғаиләлә йәшәү һәм тәрбиәләнеү мөмкинлеген тәьмин итә. Бер ниндәй йәмғиәт тәрбиәһе формаһы ла ғаилә тәрбиәһе менән сағыштырыла алмай.
Бала ата-әсәһе менән бергә йәшәү хоҡуғына эйә. Конвенцияның 10-сы статья­һына ярашлы, ҡатнашыусы дәүләттәр тарҡалған ғаиләләрҙе яраштырыуға йоғонто яһарға бурыслы. Бала мөмкин булған тиклем үҙенең ата-әсәһен белергә хоҡуҡлы.
Бала ата-әсәһенең хәстәренә, мәнфәғәттәрен яҡлауға һәм кешелек сифаттарын хөрмәт итеүгә хоҡуҡлы. Ата-әсә айырылышып, айырым йәшәгән осраҡта ла балаға уларҙың икәүһе менән дә аралашыу хоҡуғы бирелгән.
Баланың ғаилә тәр­­биәһенә хоҡуғы шулай уҡ үҙенең ҡартатайҙары, өләсәй­ҙәре, апайҙары, ағайҙары һәм башҡа туғандары менән аралашыуҙы ла үҙ эсенә ала. Баланың был хоҡуғы ата-әсәһенең никахы тарҡалған осраҡта ла һаҡлана.
Бала ғәҙәттән тыш хәлгә осрағанда (бәләгә тарыһа, ауыр сиргә юлыҡһа, йә ҡул­ға алынһа) яҡындарының айырыуса хәстәренә мохтаж. Шуға күрә бындай осраҡта етди нигеҙ булғанда ғына ата-әсәһе йә туғандары менән аралашыу тыйыла. Мәҫәлән, был кешеләрҙе реанимация палатаһына индереү бала ғүмере өсөн хәүеф менән янаһа.

Баланың милек хоҡуғы

Баланың милек хоҡуғы Ғаилә кодексы менән түгел, ә Граждандар ҡануниәте менән көйләнә. Балалар һәм ата-әсә бер-береһенең милкенә, милек хоҡуғына дәғүә итә алмай. Әммә улар бергә йәшәгән осраҡта үҙ-ара килешеү буйынса бер-береһенең милке менән файҙалана ала. Балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең хоҡуғында булған милеккә бер ниндәй ҙә айырым хоҡуҡи режим юҡ.
Бала үҙенә тәғәйен милектең һәм унан алынған килемдең хужаһы иҫәпләнә. Алимент түләү тураһындағы законда ҡарал­ғанса, ата-әсәһенән һәм башҡа туғандарынан үҙен ҡаратыуға хоҡуҡлы. Түләнгән алимент, пенсия һәм пособие күләме лә баланың милек хоҡуғына инә, әммә бала мәнфәғәтендә был аҡса менән идара итеү хоҡуғы ата-әсәгә бирелгән. Ата-әсәләр йәиһә уларҙы алмаштырыусы кешеләр улар­ҙы баланы ҡарауға, тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға тотонорға бурыслы.
Бынан тыш, Рәсәйҙәге һәр бала халыҡ-ара һәм эске ҡануниәттәр нормалары буйынса түбәндәге хоҡуҡтарға эйә.
Гражданлыҡ Һам сәйәси хоҡуҡтар өлкәһендә:
– тыуғандан алып исемгә, гражданлыҡҡа, уларҙы үҙгәртеүгә;
– ирекле рәүештә фекерен белдереүгә;
– ирекле рәүештә Рәсәй сиктәренән сығырға һәм ҡаршылыҡһыҙ кире ҡайтырға;
– балалар һәм йәштәр ижтимағи ойошмаларын төҙөүгә һәм уларҙа ҡатнашыуға;
– баланың үҫешенә йүнәлтелгән һәм уның хоҡуҡтарына ҡағылышлы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булырға, шулай уҡ баланың именлегенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡланырға;
– тыныс шарттарҙа үткән митингыларҙа, демонстрацияларҙа ҡатнашырға.
Мәғариф өлкәһендә:
– үҙенең кешелек сифаттарын хөрмәт итеүгә;
– бушлай башланғыс, төп һәм урта дөйөм белем һәм башланғыс профессиональ белем алыуға, шулай уҡ конкурс нигеҙендә дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларында бушлай урта профессиональ һәм юғары белем алыуға;
– Уставҡа ярашлы белем биреү учреждениеһы менән идара итеүҙә ҡатнашыуға;
– ата-әсәһе белем биреү учреждениеһын һәм белем алыу формаһын һайлағанда үҙ фекерен әйтергә;
– уҡыу йортона уҡырға ингәндә башҡалар менән бер үк хоҡуҡҡа;
– үҙенең фекерҙәрен һәм инаныуҙарын ирекле рәүештә әйтергә һәм хөрмәт итеүгә;
– уҡыу планы менән ҡаралмаған сараларға үҙ теләге буйынса йөрөргә;
– үҙ туған телендә белем алырға.
Социаль яҡлау өлкәһендә;
– пенсия алыуға, дәүләт яғынан социаль-көнкүреш ташламаларына; ҡараусыһын юғалт­ҡанда балаларға 18 йәшкә тиклем социаль пенсия тәғәйенләнә; бөтә балаларға ла айлыҡ пособие; ишле ғаиләләр балаларына 16 йәшкә тиклем табип рецебы буйынса бушлай дарыу­ҙарға, бушлай туҡла­ныуға.
Хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә:
– дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары уҡыуҙан буш ваҡытында эшләй ала: 16 йәше тулмағандарҙы эшкә алыу тыйыла;
– 18 йәштән кесе булғандар төнгө сменаға һәм эш сәғәтенән тыш эшкә йәлеп ителергә тейеш түгел;
– ата-әсәһенең ризалығы буйынса 16 йәшлек үҫмер закон менән тыйылмаған эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә ала;
– дөйөм белем биреү учреждениелары, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар менән килешеү төҙөп, өҫтәмә профессиональ әҙерлек алып бара ала; профессиональ әҙерлек ата-әсәләрҙең, уҡыусылар­ҙың ризалығы менән генә алып барыла;
– уҡымаған, бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән 16 йәшлек бәлиғ булмағандар эшһеҙ тип таныла; 18 йәшкә тиклемге эшһеҙҙәр айырыуса социаль яҡлауға мохтаж тип иҫәпләнә.  


Давлеткильдина Гульсария Халафитдиновна