Тәрбиәсе- Дәуләткильдина Гөлсәриә Хәләфитдин ҡыҙы
Воспитатель-Давлеткильдина Гульсария Халафитдиновна

Тәрбиәсе- Дәуләткильдина Гөлсәриә Хәләфитдин ҡыҙы
Воспитатель-Давлеткильдина Гульсария Халафитдиновна

Меню

Һеҙҙең өсөн, хөрмәтле ата-әсәйҙәр!

                  АТА-ӘСӘЛӘРГӘ КӘҢӘШТӘР

 



❄   Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…

❄   Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
❄   Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
❄   Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
❄   Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
❄   Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
❄   Баланың ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
❄   Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.

❄Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.

❄Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.

❄Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.

❄Баланы кәмһетмәгеҙ.

❄Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.

❄Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.

❄Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.

❄Баланы кесе йәштән китап яратырға өйрәтегеҙ.

❄Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ  

                                           АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН                                        ТЕЛЕ БАРҘЫҢ - ИЛЕ БАР.

   

“Телгә һөйөү ғаиләнән башлана” тигән фекер ысынлап та, әгәр атай-әсәйҙәр ғаиләлә баланың телмәренә иғтибар итмәй, үҙҙәре лә ҡушылып рус телендә һөйләшһәләр, телде юғалтыу ҡурҡынысы көндән-көн яҡынаясаҡ. Шуға атай-әсәйҙәр балаһына туған телде өйрәтеүҙе үҙененең бурысы итеп ҡараһын ине.
Минең атай-әсәйем, олатай-өләсәйҙәрем – башҡорттар. Ғаиләлә тик башҡортса аралашабыҙ, иң кескәй ҡустыбыҙҙы ла үҙебеҙҙең телдә һөйләштерергә тырышабыҙ. Яңы ғына теле асыла башлаған ҡустым балалар баҡсаһында рус телендә аралаша. Өйҙә русса һөйләй башлаһа, беҙ уға башҡортса яуап бирәбеҙ, яңы һүҙҙәр өйрәтәбеҙ. Ул русса ла, башҡортса ла лә аңлай, һүҙҙәрҙе үҙ телебеҙҙә ҡабатлай. Бөтә ғаилә менән һалған тырышлығыбыҙ бушҡа булмаҫ, тиҙҙән ҡустым да матур итеп һөйләшергә өйрәнер, тип көтәм. Зәңгәр экрандағы балалар тапшырыуҙарының күбеһе, үкенескә ҡаршы, рус телендә бара. Әлдә “Тамыр” каналы бар, ундағы тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр үҙ телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уята.
Бөгөнгө атай-әсәйҙәрҙең күбеһе иртәнән алып кискә тиклем эштә. Өйҙә осрашҡанда, балаларына иғтибар бүлеп, һөйләшергә, туған телгә өйрәтергә ваҡыттары ла, хәлдәре лә ҡалмайҙыр, бәлки. Ләкин ваҡыт тиҙ үтә, бала үҫә, уның телмәре лә байый. Тик киләсәктә ниндәй телдә һөйләшер ул?
Беҙ бәләкәй саҡта, йоҡлар алдынан әсәйем төрлө әкиәттәр һөйләй торғайны. Күп осраҡта, беҙҙең һорауыбыҙ буйынса, мауыҡтырғыс әкиәттәрҙе ул үҙе уйлап сығара ине. Был беҙгә туған телгә ҡарата иғтибарлы булырға ярҙам итте. Һәр ғаиләлә балаларға туған телде өйрәтеү өсөн ошондай ябай ғына эштәр эшләнһә лә, һөҙөмтәһе мотлаҡ булыр ине.
Тел тураһында әйтем, мәҡәлдәр
Түбәндәге мәҡәлдәрҙә тел тураһында матур фекерҙәр тупланған.
1. Ауыҙ күрке – тел, телдең күре – һүҙ.
2. Татлы тел таш ярыр.
3. Тел төбөнән һөйләгән – үҙ артынан әйҙәгән.
4. Телдең зиннәте – тура һүҙ.
5. Терелткән дә – тел, үлтергән дә –  тел

  Балаларҙы рухи тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары

 Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары айырыуса ҙур урын ала. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәъмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: яңғыҙ ғына уйнап йөрөгән сабый уйындан бик тиҙ ялҡа, арый, унан ләззәт тапмай башлай. " күмәкләп уйнағанда балалар ғәжәп бер ансамбль тыуҙыра: сабый үҙенең коллективҡа мөнәсәбәтен билдәләй, күмәк һәм уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, уның күңелендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә. Тимәк, баланың уйнай белеүе генә етмәй, ул дөрөҫ һәм матур итеп уйын ҡора ла белергә тейеш. Баланы тәрбиәләүҙә был бик мөһим мәсьәлә. Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популярлаштырыуҙан башланып китә. Халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй бит, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән. Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән күренеүенсә, уйындар, төрлө ярыш – һынауҙар борон – борондан халыҡ тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алып килгән. Шулай итеп, халыҡ уйындары халыҡтың тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнгән, борон – борондан баланы донъя көтөргө әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән. Халыҡ уйындары, йөкмәткеләренән сығып, ике ҙур төркөмгө бүленә: драмалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындар. Бынан тыш, балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре – ҡыш, икенселәре – яҙ, йәй һәм көҙ көндәрендә генә уйнала. Хәрәкәтле уйындарҙа билдәле бер маҡсатҡа ирешеү, һөҙөмтәгә килеү кеүек ынтылыштар ята. Бала үҙенә үҙе төрлө яҡлап баһа бирә, үҙ мөмкинселектөрен билдәләй ала. Баланың шәхес булып формалашыуында был бик мөһим мәсьәлә. Шуға күрә уйынды ойошторғанда ошо хәкикәтте күҙ уңынан сығарырға ярамай. Уйындарҙы ойошторғанда бигерәк тә түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк: физик һәм рухи яҡтан тәрбиәүи әһәмиәттең дөйөм белем биреү ҡеүәтен. Был маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуы уйынды ойоштора белеүгә бәйләнгән. Бер үк уйын менән баланы төрлөсә тәрбиәләргә мөмкин:  сәләмәтлеген нығытыу;  тормошҡа кәрәкле хәрәкәт күнекмәләрен үҙләштереү;  ижад итеү һәләтлеген үҫтереү;  ыңғай әхлаҡ сифаттарын, ихтыяр көсөн булдырыу;  үҙаллылыҡ, активлыҡ, ойоштороусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү. Уйындарҙы уйнатҡанда физик көсөргәнешлеккә айырыуса иғтибар итергә кәрәк: бала уйындан арырға тейеш түгел, киреһенсә, уйнағандан һуң ул үҙенә илһам һәм көс , дәрт тойһон. Уйынды белгәндә генә балалар араһында активлыҡ көслө бара. Уйындар балаларға үҙ-ара аралашырға ярҙам итә. Балаларға туп уйындары, уҡ атыш уйындары, йәшенмәктәр, йүгерешле, баҫтырышмаҡ уйындар, бейеүле-таҡмаҡлы һәм төрлө дидактик уйындар өйрәтергә була. Баланың тәнен сыныҡтырыу, рухын нығытыу өсөн туп уйындары: “Уртала уйыны”, “Өйрәк һәм төлкө”, “Туп ҡағыш”, “Туп бәреш”, “Мәргән туп”, “Ашай торған – ашамай торған” һ. б. Туп уйындары һүҙһе: башҡарылған хәрәкәтле уйындарға инә. Был уйындарҙы балалар яратып уйнайҙар. Сослоҡ, таҫыллыҡ, йылдамлыҡ тәрбиәләнә һәм тирә-яҡҡа йүнәлеш алыу, хәрәкәттәрҙе координациялау, тигеҙлек ?аҡлай белеү күнекмәләрен нығыта. Уҡ атыш уйындары: йәйә менән уҡ – башҡорт халҡының боронғо ҡоралы. Элек ошо ҡорал менән халыҡ кейек аулаған һәм үҙ илен илбаҫарҙарҙан һаҡлаған. Мәргән булыу өсөн “Йәҙрә атыш уйыны”, “Осҡор уҡ”, “балдаҡ атыш” уйындарын уйнатырға була. Балаларҙың йәшенә ҡарап, уйынды ябайлаштырырға кәрәк, икенсе предметтар менән алмаштырыу ҙа уңышлы. Йәшенмәк уйындарын балалар айырыуса ярата. Был уйындар аша зирәклек, аңлылыҡ, уяулыҡ, тапҡырлыҡ, сослоҡ, йылғырлыҡ, ҡолаҡ, ҡулдарһың һиҙеүсәнлеген, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләнә. Был төр уйындар балаларҙың хәтеренә, тәртибенә һәм нервылар системаһына ыңғай тәҫьир иткән эмоциялар. Йүгерешле, баҫтырышмаҡ уйындарҙы һүҙһеҙ башҡарылған һәм һүҙле, һамаҡлы уйындарға бүлергә мөмкин. Был уйыцндарҙа хәрәкәт, көс ҡулланыу беренсе урында тора.”Ҡатырғыс”, “Көн мен!н төн”, “Энә менән еп”, “Айыу менән ҡуяндар”, “Бесә менән сысҡан”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Айыу – бүре юҡ икән”, “буяу һатыш” һәм башҡа уйындар инә. Балаларҙың организмндағы бөтә органдарҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыуға булышлыҡ итә: буй һындарының үҫешенә, мускулдар системаһының нығыныуына ярҙам итә. Бейеүле- таҡмаҡлы уйындар уяулыҡ, тапҡырлыҡ, үткерлек, һиҙгерлек, хәрәкәтсәнлек, етеҙлек талап итә, һүҙҙә лә мәғәнәлек, оҫталыҡ һәм тапҡырлыҡ талап итә. “Көлдөргөс”, “Наза”, “Зинһан өсөн”, “Йоҡосолар”, “Ҡаҙ бәпкәләре һәм төлкө”, “Сыйырсыҡ” уйындарын уйнарға була. Башҡорт халыҡ уйындарын өйрәтеү балаларға туған телдең матурлығын, төҙөклөгөн, тапҡырлығын күрһәтә ала, уларҙа милли рух тәрбиәләүҙә тос өлөш индерә.  

  ҠУЛДАРҘЫҢ ВАҠ МОТОРИКАҺЫН ҮҪТЕРЕҮ

 

Бала ҡулдарының ваҡ моторикаһын үҫтереү мөһим. Был барлыҡ ата-әсәләргә мәғлүм булһа ла, уның үҙенсәлектәрен бөтәһе лә белеп етмәй. Ниндәй күнекмәләр эшләргә була? Ошо турала кәңәштәр ҡарап үтәйек.
Ваҡ моторика (мелкая моторика) - ул ҡул, аяҡ суҡтары һәм бармаҡтары ярҙамында бәләкәй һәм аныҡ хәрәкәттәр башҡарыу һәләте. Бында нервы, мускул һәм һөйәк системалары ҡатнаша.Ҡул суҡтары һәм бармаҡтары моторикаһында йыш ҡына етеҙлек мөһим роль уйнай. Ваҡ моторика өлкәһе күп һанлы төрлө хәрәкәттәрҙе үҙ эсенә ала: ябай ҡул хәрәкәттәренән алып (уйынсыҡты тотоу) иң ҡатмарлыларына тиклем (әйтәйек, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү).
Ул нервы системаһы, күреү һәләте, хәтерләү, иғтибарлылыҡ менән ныҡлы бәйләнгән. Белгестәр иҫбатлауынса, ваҡ моториканың үҫеше телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Был күренеште бик ябай ғына итеп аңлаталар: баш мейеһендә тел һәм моторика үҙәктәре бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Телмәрҙән тыш, ул баланың етеҙлегенә, яҙыуына, логик фекерләүенә лә ҙур йоғонто яһай. Шуға ла ваҡ моториканың үҫешенә ҡарап баланын мәктәпкә әҙерлеген белеп була.
Баланың ҡулдарының ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн бик күп күнегеү, күнекмәләр һәм уйындар бар. Уларҙы киләһе төркөмдәргә бүлергә була: бармаҡтар менән уйындар, ваҡ әйберҙәр менән уйындар, әүәләү һәм һүрәт төшөрөү, бармаҡтарға массаж эшләү.
Әйҙәгеҙ иң ябай һәм файҙалы тип һаналған күнекмәләрҙе ҡарап үтәйек:
-Устарға массаж. Был бөтә йәштәге балалар өсөн дә иң ябай күнекмә төрө. Баланың устарын һыйпап, массаж эшләр кәрәк.
-Сәпәкәй итеү. Быны кескәйҙәрҙең барыһы ла белә һәм яратып башҡара. Был күнекмә баланың бармаҡтарын төҙ итеп тотоү һәләтен нығыта.
-Китап, журнал биттәрен асыу. Балаға һүрәтле китап йә журнал бирегеҙ һәм биттәрен асырға өйрәтегеҙ.
-Әүәләү. Әүәләү бөтә йәштәге балалар өсөн дә файҙалы. Әүәләү өсөн пластилин, балсыҡ һәм тоҙло ҡамыр ҡулланырға була. Өйҙә ҡамыр аштарын бешергән саҡта балаларҙы ярһамға саҡырыу.

Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға?


   Өй эштәрен намыҫ менән, тырышып, еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра. Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй. Системалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәренә билдәләнгән бер ваҡыт булдырыуҙан башлана.  Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай. Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытта аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була: йә уның ҡәләме булмай, йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк. Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә. Ваҡытты файҙалы ҡулланыуҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдырырға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш.

  Ата-әсәләрҙән йыш ҡына: “Өй эштәрен ниндәй тәртиптә эшләргә һуң: башта телдән үтәп, һуңынан яҙма эштәрҙәнме, еңелдән башларғамы, әллә ауырҙанмы?”- тигән һорауҙарын ишетергә тура килә. Быға универсаль яуап биреп булмай, сөнки яңы материалды ҡабул иткәндә лә, иғтибарлыҡтың тотороҡлоғонда ла, бер эштән икенсе эшкә күскәндә лә балаларҙың һәр береһенең индивидуаль айырмаһы була.

  Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2-се кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә. Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.

Баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға. Шулай итеп…

Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас, урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.Баланы кәмһетмәгеҙ.Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығы            

       Балалары дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыған ата-әсәләр өсөн практик кәңәштәр

Баланың үҙенсәлекле яҡтары әле үк бар, уларҙы күрә белергә кәрәк.Маҡтау һүҙҙәрен йәлләмә. Башҡарыусыны маҡта, башҡарылған эште генә тәнҡитлә.Баланың алдына ул атҡара алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ.Рөхсәт итеүҙәр, тыйыуҙарға ҡарағанда балаларҙы яҡшыраҡ өйрәтә.Бала үҙен ни өсөн шелтәләгәнде белергә, аңларға тейеш.Һәр бала, насар өлгәшәме ул, әллә яҡшы уҡыймы, хәрәкәтсәнме, әллә яймы, спортсымы ул, әллә ялҡаумы - яратыу һәм ихтирамға лайыҡ, ул булыуы менән ҡәҙерле.Талапсанлыҡты арттырыу аванс менән маҡтау һүҙҙәренән башланырға тейеш.Онотмағыҙ, бала тик етешһеҙлектәрҙән, уңышһыҙлыҡтарҙан ғына тормай.Үҙегеҙгә инанырға кәрәк – күп осраҡта тәнҡит, талапсанлыҡ, тыйыуҙар һис кенә лә кәрәкмәй!

                                                Ата-әсәләргә кәңәштәр

Балаға бәләкәй генә асыштар эшләргә мөмкинлектәр бирегеҙ.Эмоциональ ҡәнәғәтлек ни тиклем юғары булған һайын, белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге шул тиклем үк юғары.Балаларҙың яңылышыуҙарынан ҡурҡмағыҙ. Бала хатаһы – ул табыш.Онотмағыҙ, бер хата икенсе фекерҙе тыуҙыра.Онотмағыҙ, аҙ яратыу һәм үҙ-үҙен түбән баһалау уҡыу барышындағы уңышһыҙлыҡтарға килтереүе ихтимал.Балаға үҙе аңлай, төшөнә алырҙай нәмәләрҙе тылҡымағыҙ.Балаларҙы яратығыҙ һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ.

 

Уңыш сере

Барыһы ла “Уңышлы булғым килә”  тип хыяллана. Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә? Уның сере-ете хикмәттә.

Тырышлыҡ

Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ.

Маҡсатлы булыу

Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур  мотлаҡ түгел, ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.

Тәүәккәллек

Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллек үтә мөһим. Ҡарар  ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.

Яуаплылыҡ

Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарыу зарур.

Аралаша белеү

Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегеңде лә эшкә екһәң...

Ярҙамсыллыҡ

Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың  да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.

 Итәғәтлелек

Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙең эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйләнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан  кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.

Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә...

Балағыҙ балалар баҡсаһына әҙерме?

Балалар баҡсаһына тиҙерәк ылығып китһен, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн бәләкәсте яйлап, маҡсат ҡуйып, алдан әҙерләгеҙ. Бала ҡыйыу, үҙаллы, аралашыусан булған хәлдә лә ят ергә килеп эләккәндә юғалып ҡалыуы бар.

Йәш ярымға тиклемге балалар, иҫке ҡалыптарҙы ташлап, яңыларына тиҙ генә күсә алмай. Улар бер үк нәмәнең ҡабатланып тороуын ярата. Кис һайын бер үк әкиәтте һөйләтә, урамға сығыр алдынан көн дә бер үк уйынсыҡты таптыра... Шуға ла ҡапыл ғына яңы шарттарға өйрәнеп китеүе ауыр. «Ҙур ихтыяж булмағанда, бала менән был осорҙа өйҙә ултырып тороу хәйерлерәк», – ти психологтар.

Балалар баҡсаһына әҙерләүҙе күптәр шулай күҙ алдына килтерә: бәләкәстәре ҡалаҡ тотоп ашай белә, көршәккә үҙе ултыра. Шулай уҡ бәләкәстең кейенә, сисенә белеүе лә үҙенә ышанысты арттыра. Икенсе яҡтан, был “һөнәр”ҙәргә эйә булыуы тәрбиәселәргә лә уңайлы. Тик кескәй баланың күңелен көйләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген оноторға ярамай.

Билдәһеҙлек күңелдә ҡурҡыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға ла улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән балалар баҡсаһы хаҡында йышыраҡ һөйләшеү яҡшы. «Балалар баҡсаһында ҡыҙыҡ, күңелле, уйынсыҡтар күп, ҡыҙҙар-малайҙар һине көтөп тора...» – тип ҡабатлағыҙ. Барыһы ла тик ыңғай тойғолар ғына уятырлыҡ булһын. Яңы урында килеп тыуасаҡ төрлө хәлдәргә лә әҙерләргә кәрәк. «Һыу эскең килһә, тәрбиәсе апайға бараһың да, һыу эскем килә, тип әйтәһең». «Тәрбиәсе бөтә балаларға ла кейенергә ярҙам итә, һин уның башҡа ҡыҙ-малайҙы кейендергәнен бер аҙ көтөп торорһоң». Ваҡиғаларҙы тәфсирләп ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ. Кәрәк мәлдә бала ярҙам да һорай белһен.

Көн тәртибен дә яйлап балалар баҡсаһындағыса үҙгәртегеҙ. Витаминдар эсеү, тын алыу гимнастикаһы, күберәк саф һауала йөрөү, сыныҡтырыу файҙаға ғына булыр. Үҙаллы уйнай белгән бала тиҫтерҙәре менән тиҙерәк уртаҡ тел табасаҡ.

Бәләкәсегеҙ үҙегеҙгә генә өйрәнһә, күршеләге тиҫтерҙәре менән күберәк аралаштырырға тырышығыҙ. Баланы бер нисә сәғәткә туғандарығыҙ менән ҡалдырып тороғоҙ. Ул шул саҡта башҡаларҙан тартынмаҫҡа өйрана.

Баланы бер нисә сәғәткә туғандарығыҙ менән ҡалдырып тороғоҙ. Ул шул саҡта башҡаларҙан тартынмаҫҡа өйрәнер. Үҙен матур тотҡаны өсөн күстәнәс алып ҡайтырға онотмағыҙ.

Ғәҙәттә, тәүге көндә тәрбиәселәр баланы ярты сәғәткә килтерергә, бик алыҫҡа китмәҫкә тәҡдим итә. Был һис тә бушҡа түгел. Бәләкәсегеҙ артыҡ хафаланһа, хатта ошо ваҡытты ла ҡыҫҡартырға тура килеүе бар. Борсолмағыҙ, балағыҙ шулай яйлап өйрәнәсәк. Ә тәүҙән үк тулы көнгә ҡалдырып китергә ярамай. Балалар ваҡыт төшөнсәһе менән “дуҫ” түгел. “Һине шунса сәғәттән килеп алам”, – тип әйтеүегеҙ бер ни ҙә аңлатмай. “Һин йоҡлап, ашап, уйнап алғас киләм”, – тиһәгеҙ, аңлайышлыраҡ һәм ышаныслыраҡ яңғырар.

Һәр башланғыстағы кеүек, бында ла эҙмә-эҙлеклелек хуплана. “Бәләкәсем бигерәк илай бит, бөгөн кире алып ҡайтайым”, “ярай, бөгөнгә бармай торайыҡ, йоҡлап ҡалғанбыҙ бит” кеүек һүҙҙәр ҙә яҡшыға килтермәҫ. “Әсәй менән атай эшкә барып килә, һин малайҙар, ҡыҙҙар менән уйнап тораһың, һүрәт төшөрәһең, китап уҡыйһың. Шунан беҙ һине килеп алып, бергәләп өйгә ҡайтырбыҙ”. Ошолайыраҡ аңлатҡанда, бәләкәсегеҙ тиҙерәк төшөнөр. Баҡсаға барыуҙың кәрәклеген аңлағанда, баланың үҙенә лә, атай-әсәйҙәргә лә яңы урынға, мөхиткә өйрәнеп китеүе еңелерәк буласаҡ.

Ата-әсәләргә иң ҙур кәңәш шул: балағыҙға ышанығыҙ. Тәрбиәсегә лә. Хафаларығыҙҙы ситкә ҡуйығыҙ. Һеҙҙең бар уй-фекерегеҙ күңел торошонда сағыла, шуға үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, хәлде тик яҡшыға көйләгеҙ.

Балалар баҡсаһына йөрөтөргәме, юҡмы?

 

Мәктәпкәсә йәштәге баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу бер мәсьәлә булһа, икенсеһе – унда баланың күнегеп китеүе. Сөнки ғаиләлә һәр саҡ ата-әсәһенең, башҡа туғандарының иғтибары үҙәгендә булып өйрәнгән бәләкәскә ят мөхиткә, тәрбиәселәргә һәм балаларға өйрәнеп китеүе еңелдән түгел. Шуға күрә балалар баҡсаһына биреү мәсьәләһен, уның төрлө яҡтарын уйлап, өйҙә яҡшыраҡ булырмы, балалар баҡсаһындамы – сағыштырып ҡарап хәл итергә кәңәш итер инек.

Балалар баҡсаһына йөрөгән бала балалар менән уйнай, аралаша

3 – 4 йәшлек сабыйҙа ололар менән генә түгел, балалар менән аралашыу теләге тыуа. Бындай аралашыуҙың файҙаһы бик ҙур. Балалар менән үҙеңде тиңдәрсә тоторға, дуҫтар табырға мөмкин. Тик тиҫтерҙәре компанияһында ғына бала ғәҙел алышта еңергә һәм еңелергә өйрәнә, ә өлкәндәр менән уйнағанда гел юрый ғына еңелгән була, бала быны үҙе лә һиҙеп тора.

Уйнағанда бала башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға өйрәнә. Оло кешене иһә мыжып, илап та еңә ала. Ә тиҫтеренә ҡыҙыҡлы уйын тәҡдим итә, ҡағиҙәләрҙе тота һәм уныңса эшләй белергә кәрәк. Ниһайәт, башҡа балалар компанияһында күңеллерәк тә.

Әммә кире яҡтары ла бар

Балалар баҡсаһында төрлө ғаиләлә төрлөсә тәрбиә алған балалар йыйыла. Һөҙөмтәлә баланың унда төрлө насар ғәҙәттәргә өйрәнеүе, насар һүҙҙәр отоп алыуы ла ихтимал.

 

БАЛАЛАР ҺАУЛЫҒЫ―ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА

 

 

 

Бѳгѳнгѳ кѳндә мәктәпкә барасаҡ балаларҙың иң ҙур проблемаһы—һаулыҡтарының торошо. Ниндәй генә ауырыу булмаһын, бигерәк тә йыш һалҡын алдырыуҙан бала организмының функциональ мѳмкинлектәре кәмей. Ундай балалар үҙҙәренең эшмәкәрлеген ойоштора, ниндәйҙер эшкә тиҙ генә ҡушылып китә йә бер эш тѳрѳнән икенсеһенә күсә алмай. Былар рәтенә иғтибарһыҙлыҡ, мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдыра алмауҙы ла индерергә мѳмкин.

 

Йоғошло, киҫкен ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалау мотлаҡ. Сѳнки улар, хроник ауырыуҙарға әйләнеп, баланың үҫешенә ҡамасаулауы бар.

 

6-7 йәштәге балаларҙың 90 проценты теш ауыртыуына зарлана. Боҙоҡ тештәр бала организмында инфекция ояһы булып тора. Ангина, хроник тонзиллит, йѳрәк, бѳйѳр, быуын, ашҡаҙан ауырыуҙары ла күп осраҡта тештәрҙең һау булмауына бәйле.

 

Мәктәпкәсә йәштәге балалар тын юлы, ишетеү (ЛОР) ағзалары ауырыуҙары менән дә йыш ауырый. Хатта беҙ иғтибар итмәгән тымау ҙа мейегә һәм үпкәләргә кислородтың үтеп инеүенә ҡамасаулай, шунлыҡтан бала тиҙ арый, эш һәләте түбәнәйә. Танау менән тын алыу ауырлашыу һәм кислород етешмәү сәбәпле баланың дѳйѳм үҫеше тотҡарлана.

 

Ангина ла инфекция сығанағы. Ул йыш ҡына йѳрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына сәбәпсе була. Шуның ѳсѳн дә ҡолаҡ, тын юлы ауырыуҙарын выҡытында, мәктәпкә барғансы уҡ дауалау мѳһим.

 

Һуңғы йылдарҙа күреү һәләтенең кәмеүе актуаль проблемаға әйләнде. Күрәшлек (близорукость) хәүефе булғандарға йышыраҡ саф һауала йѳрѳргә, хәрәкәтләнергә, махсус күнегеүҙәр эшләргә кәңәш итәбеҙ.

 

Ѳҫтәл йәки парта артында дѳрѳҫ ултырмау ҙа бала үҫешенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Бер торошта хәрәкәтһеҙ оҙаҡ ултырыу умыртҡа һѳйәгенең дѳрѳҫ үҫмәүенә һәм уға бәйләнешле башҡа ағзаларҙың да ауырыуына килтерә. Уларҙы булдырмау ѳсѳн түбәндәге сараларҙы ҡулланыу мѳһим:

 

* саф һауала хәрәкәт уйындары;

 

* иртәнге күнекмәләр;

 

* сынығыу;

 

* дѳрѳҫ һайланған йорт йыһазы һәм етешле яҡтылыҡ;

 

* баланың һынын, торошон тѳрлѳ уйын барышында күҙәтеү;

 

* айырым комплекслы күнекмәләр.

 

Баланың нервы һәм психик һаулығына айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген дә онотмағ

1

НравитсяПоказать список оценившихОтветить

Башҡорт балалар баҡсаһы

Башҡорт балалар баҡсаһы 2 сен 2014 в 19:02

Баланың нервы һәм психик һаулығына айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген дә онотмағыҙ. Бындай ауырыуҙың сәбәптәре күп. Күбеһенсә үҙәк нервы системаһының органик зарарланыуы нигеҙ булып тора. Уның сәбәптәре: әсәнең йѳклѳ йәки бала тапҡан осорҙа йыш ауырыуы, тыуған саҡта алған баш йәрәхәте һ.б.

 

Ғаиләләге иреш-талаш, ата-әсәнең алкоголизмы, ғаиләнең тарҡалыуы, балаға ҡаты бәрелеү йәки ҡурҡытыу кеүек психик травмалар невротик йәрәхәттәрҙең сәбәптәре булып тора.

 

Кѳсѳргәнешле дәрестәр, баланың үтә ныҡ арыуы, саманан тыш талап итеүҙәр невротик факторға инә. Тиҙ генә тәьҫиргә бирелеүсән, борсолоусан, шикләнеүсән, ҡайғырыусан, нерв системаһы насар булған балалар неврозға тиҙ бирелә.

 

Невротик симптомдарға түбәндәгеләр инә:

 

* йоҡоноң боҙолоуы;

 

* аппетиттың юҡлығы;

 

* баш (эс) ауыртыуы;

 

* ҡурҡыу;

 

* тотлоғоу;

 

* тартышыу, бәйләнсек хәрәкәттәр;

 

* тынғыһыҙлыҡ, ултырышһыҙлыҡ;

 

* һүлпәнлек, тотҡарланыу.

 

Юғарыла һанап кителгән күренештәрҙең береһен тойоу менән, үҙенән-үҙе үтеп китәсәк, тип уйларға ярамай, киреһенсә, неврологка йәки психиатрға мѳрәжәғәт итеү урынлы.

 

Баланың мәктәпкә әҙерме йәки түгелме икәнлеген уның нерв системаһының торошона ҡарап белергә була. Бигерәк тә энцефалопатия диагнозлы балалар йыш осрай. Уларҙың нервы системаһы зарарланған була. Сәбәбе—йѳклѳ саҡта, бала тапҡанда инфекция ауырыуҙары йәки баш мейеһенең зарарланыуы. Һѳҙѳмтәлә, телмәрҙең насар үҫешеүе, иҫәп-хисап, уҡыу, яҙыу күнекмәләренең үҫешмәүе йәки насар үҫеше, артыҡ хәрәкәтсәнлек нерв системаһы торошоноң түбәнлеген билдәләй. Бындай балаларҙың хәрәкәте теүәл түгел, уларҙың бармаҡ моторикаһы үҫешмәгән, ручканы дѳрѳҫ тотмай, яй һәм насар яҙа.

 

Үтә хәрәкәтсән балалар ултырышһыҙ, тиктормаҫ, тиҙ тоҡаныусан, ҡайһы ваҡытта агрессив була. Улар, кәрәгенән артыҡ хәрәкәтсән булыу сәбәпле, дәрестә тик кенә ултыра алмай, йә бер туҡтауһыҙ аяҡтарын һелкетә, йә ҡулдары менән кейемдәрен тартҡылай, нимәлер менән булыша, партаны соҡой һ.б. Бындай бала неврологта күҙәтелергә һәм дауаланырға тейеш.

 

Әгәр ҙә бала йыш ҡына баш ауыртыуына, баш әйләнеүенә зарланһа, танауы ҡанаһа, окулиста һәм неврологта тикшерене

Свяжитесь с нами по эл. почте
Давлеткильдина Гульсария Халафитдиновна